Кабатлайым исеменде (Л.Һаҡмар шиғыры, С.Низаметдинов көйө) (исполнитель: Дилара Каюмова)
ҠАБАТЛАЙЫМ ИСЕМЕҢДЕ Күктән ҡояш бүләк иттеләрме - Шатлығыма тамам иҫерҙем. “Мин бәхетле!”- тиеп, ҡайта-ҡайта “Мин бәхетле!”- тиеп, Ҡабатлайым һинең исемеңде! Кәрәк саҡта дуҫтар таралышты– Яңғыҙлыҡты нисек кисерҙем? Йәш аралаш тештәремде ҡыҫып, Тештәремде ҡыҫып, Ҡабатланым һинең исемеңде. Йүгәнләргә әгәр кәрәк булһа, Үрәпсегән ярһыу хисемде Һәр саҡ шулай, сикһеҙ өмөт менән, Сикһеҙ өмөт менән Ҡабатлайым һинең исемеңде!