Моңһоу күҙҙәр (2014) (исполнитель: Дим Юлбердин)

Слова песни: Айдар Тулумгужин, Дим Юлбердин
        
                      Моңһоу күҙҙәр    
Нимә булды һиңә һылыу, әйт һин күҙҙәремә ҡарап
Бына тағы тораһың, ҡосағымда минең илап.
Ниңә моңһоу ҡарашың, ирендәрең ҡалтырай
Тулған айҙың яҡтыһында күҙ йәштәрең ялтырай.
Кемдең ҡараш күҙе тейҙе, кемдәр боҙҙо араларҙы
Әллә тағы тура килде ҡуҙғалтырға яраларҙы.
 Бәлки һиндә үлгән, мине йылытҡан мөхәббәт,
Күптән инде быны һиҙҙем, сөнки һөйләйһең әкиәт.
Бына тағы яуа ҡарҙар, беҙҙең йөрөгән юлдарға,
Ҡасандыр йөрөй инек тотоношоп ҡулды-ҡулға.
Мин һаман тырышамын оноторға үткәндәрҙе
Тик ниңәлер мөхәббәт еңә булған үпкәләрҙе.
Беләм булмаҫ ваҡытты, ҡайтарып киренән,
Һине һағынһамда, ҡасамын күҙҙәреңдән.
Тик булмаҫтыр инде тойғоларҙы юйып күңелдән,
Нисек кенә тырышһамда, юғалмайһың хәтерҙән.

Припев:
Тик йылынмаҫтыр инде, беҙҙең аралар,
Төҙәлмәҫтер әсе, тәрән яралар.
Була алманыҡ шул, мәңгегә бергә,
Килмәй минең ышанғым, был моңһоу күҙҙәргә...

Үкенәмен үткәндәргә, иҫкә төшә һәр бер минут,
Һинең алда ғәйеплемен, тағыла йотамын ут.
Бергә ҡала алманыҡ беҙ ел-дауылға бирешмәй
Ләкин мөхәббәтте улай юғалтыу килешмәй.
Әйҙә але тултырып күҙҙәремә минең ҡара
Минән ситкә боролмасы, күңелемә һалып яра.
Әгәрҙә бик ныҡ теләһәң ике йөрәк ҡауышыр
Парлы аҡ күгәрсендәй, бергә ҡанат ҡағышыр.
Күҙҙәремә һин ҡараһаң, бәхет нуры миңә килер
Йөрәгемдәге боҙҙар, матур ҡарашыңдан ирер.
Шундай көслө яратыуҙан мин осормон куккә
Тағы һиңә ҡабатлармын: һөйәм һине мәңгелеккә.
Айырмайса ғүмерҙең аҡтарын, ҡараларын,
Ситкә ҡуйып онотайыҡ күңелдең яраларын.
Шулай ғашиҡ булырмын тип уйламаным, мин берҙә,
Онотолмаҫ мөхәббәттә була икән был ерҙә.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
My hope in God Дарина Кочанжи  Песня голос минус  Брик базука под метро  Ты потеряла меня и мою любовь  Кто там с тобой мне похуй все  Виктория дайнеко стоп куда же я иду  На земле весь род  Немец поет на чувашском песню 
О чем песня
Дим Юлбердин - Моңһоу күҙҙәр (2014)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен