Дингез - Deniz (исполнитель: Диляра Идельбаева, группа "АРАЗ")
ДИҢГЕҘ Лилиә Һаҡмар шиғыры Урал Иҙелбаев көйө 1. Килдең, ҡыуҙым, тағын килдең. Мин, “Юҡ!”, тинем сараһыҙ, Ҡасан булырһың икән, Эй һин һөйөү, яраһыҙ? Ҡушымта: Диңгеҙ, диңгеҙ, тулҡындарың, Килһен дә китеп торһон, Ә ҡаялар, сабыр ғына, Һағынып көтөп торһон. -------------------------------------------- 2. Диңгеҙҙә лә сал тулҡындар Ярҙы үбә лә китә, Ҡаялар шулай диңгеҙҙе Мәңгегә әсир итә. Ҡушымта шул уҡ. ------------------------------------------- 3. Һин килгәндә мин ҡыумаһам, Ҡабат килмәҫ тә инең, Ғазапһыҙ ғына йәшәһәм Һөйөү тимәҫ тә инем. Ҡушымта шул уҡ.