Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Тамара Юлдашева КЛЕОПАТРА Оҙон муйын, наҙлы ҡараш Мысыр батшабикәһе, Һулыштарҙың иң ҡайнары, Ҡараштарҙың — текәһе! Һырғаланған алҡалары, Борғоланған йыланы. Клеопатра, һинең янда Битарафтар буламы? Ҡыйыу, бәҫле уй һалынған Һинең бейек ҡалпаҡҡа. Цезарь үҙе эләккән бит Һинең ҡараш-ҡармаҡҡа. Һөйөүеңдә һин илгәҙәк, Һөйөүеңдә һин ихлас, Ләкин күпкә иркенерәк Уй-фекереңдә ҡолас. Теләктәрең бейеклеге, Талаптарың хаҡлығы! Ҡараштарың бөйөклөгө — Терәктәрең юҡлығы... Илең өсөн, улың өсөн, Ғәзиз Мысыр хаҡына Һин инәһең йөҙ бәхәскә, Йөҙ ҡылыстың аҫтына. Ниндәй моң ул, Тирбәндереп, Аса дәүер ишеген?.. Клеопатра! Бәүелтәһең Тарихтарҙың бишеген.