Азамат (исполнитель: Мәғәфүр Хисматуллин)
Санаға ла ектер атты, Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым. Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм, Азаматҡа бер йыр яҙайым. Алыҫтарҙан, ай, күренгән Ирәндеккәй тауының аҡ ташы. Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы. Ир-азамат менгән аттың Бәкәлдәре уның аҡ булыр. Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә Ҡылған эше уның хаҡ булыр.