Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Һин илаһаң – миндә хәсрәт,
Йәнкәйҙәрем китә сәсрәп.
Йылмайыуың – миңә шатлыҡ,
Донъяларым китә балҡып.
Һеңлем минең – ҡарындашым,
Серҙәшкәйем һәм моңдашым.
Тормош тигән оло юлда –
Икебеҙҙең ҡулдар ҡулда.(Г. Хальфетдинова)