"Кэкук" (исполнитель: Ахмеровы Регина Венера)
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, ҡаршымда, Ҡысҡырһаңсы ағас башында. Ҡарсығаҡай кеүек моңһоҙ инем, Ҡайғы-хәсрәт төштө башыма. Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып, Хәсрәт арттырырға маташып. Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым, Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып. Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, яҡында, Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк. Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ, Ялҡынһыҙ уҡ яна был йөрәк. Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, түбәмдә, Ҡысҡырһаңсы кәкере ҡайында. Егет кенә кеше сер белдермәҫ, Ҡайғылары артҡан һайын да.