Илама (исполнитель: Гиззатуллин Рустам)

ИЛАМА.

Ташлап китте ул һине,
Һөйөүеңде аңламай.
Кире ҡайтырмын тине,
Үтте инде нисә ай,
Иң бәхетле көндәрҙе,
Иҫкә алаһың илап.
Күпме төндәр үткәрҙең,
Берҙән-береңде уйлап.

Ҡушымта:
Илама йәшлегем үтә тип,
Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул,
Ысын мөхәббәтең сабыр ит.
(2 тапҡыр).

Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, 
Сәстәреңдән һыйпамай.
Һауа торошо шул уҡ,
Елдәр иҫә туҡтамай.
Һуңғы хатыңды алып,
Бәлки ул үкһеп илар.
Бәлки иртәгә килер,
Һиңә ошо йырҙы йылар.

Илама йәшлегем үтә тип, яңғыҙың былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул, ысын мөхәббәтең сабыр ит!

Ҡушымта:
Илама йәшлегем үтә тип,
Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул,
Ысын мөхәббәтең сабыр ит.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта:
Илама йәшлегем үтә тип,
Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул,
Ысын мөхәббәтең сабыр ит.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Душевное признание добавь в  Малинки супер Дискотека Авария feat Фриске  Не забывай feat 2Fast Тбили Тёплый  Гимн ФФК МПГУ Евгений Воропаев  Eurythmics-Sweat dreams КЕКС FM  Подошва мира Никита слова Артёма  Отрывок из фильма Ищу тебя Дмитрий Даньков  Кавказская грустная про маму 
О чем песня
Гиззатуллин Рустам - Илама?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен