Башҡорт филологияһы факультеты гимны БДПУ (Минсылу Усманова хуззэре, Зухра Усманова койо) (исполнитель: Ильяс МАТЕО Киньягулов)
1. БДПУ – Уҡыу йорто -
Танытмаһы башҡорттоң.
Беҙҙең башҡорт факультеты
Ғорурлығы баш йорттоң.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.
2. Халҡым телен өйрәнәбеҙ
Башҡорт факультетында.
Маҡсаттарға ирешәбеҙ.
Ошо уҡыу йортонда.
Һин уҡытҡан егет-ҡыҙҙар
Эшләй Башҡортостанда.
Хеҙмәт итә, һынатмайҙар
Рәсәйҙә лә, сит илдә.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.
3. Башҡорт теле – халҡым теле,
Боронғо тел, бөйөк тел.
Быуаттарҙан быуаттарға
Барып етәр ғәжәп тел.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.