Зарлы ҡош (исполнитель: Айҙар Ғәлимов)

Зарлы ҡош

Рәүф Сәлтәшов көйө   Рәми Ғарипов һүҙҙәре

Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын
Толомдарын елгә туҙҙыра.
Ботағына уның кәкүк ҡунып,
Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра.
Тик мин генә кәкүк моңон тыңлап
Моңһоулана кәкүк ҡайында.
Һин шул ҡайын булһаң, кәкүк булып
Ҡалыр инең ошо ҡайында.

Ҡушымта:
Саҡыра кәкүк, эй,саҡыра
Саҡырыуын бер кем ишетмәй.
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар ах(ы)ры
Үҙ янында һис тә иш итмәй.

Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын
Толомдарын елгә туҙҙыра.
Ботағына уның кәкүк ҡунып,
Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Казачья строевая  В нем 40 градусов минимум я на  Осень в небе  Louis Armstrong Vie en Rose  Толору Дьоллоохпун  А белый лебедь  Агата Кристи Секрет  Joshua radin tomorrow is gonna be better 
О чем песня
Айҙар Ғәлимов - Зарлы ҡош?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен