Тормош мәғәнәһе (Sound by RoleXX) (исполнитель: МС Вольт)

Сәләм һиңә, брат, 
Хәлдәр һинең нисек?
Әйҙә һөйләшеп алайыҡ 
Мәсьәләне сисеп.
Ни эшләп ваҡыт тиҙ үтә, 
Кеше боҙола эсеп?
Ғүмерҙәр тиҙ бөтә, 
Беҙ тормошта кесе?
Башымда яуап юҡ, 
Нисек йәшәргә беҙгә?
Ә башымда уйҙар күп, 
Нисек бөтөрөргә?
Был тормошта беҙ ҡунаҡ- 
Бөгөн бар, иртәгә юҡ.
Бөгөндән уйлай башла: 
Араҡымы әллә уҡ?
Наркотик, тәмәке 
Беҙҙе эстән үлтерә.
Беҙҙең эстәге донъя 
Ысынлап та һүтелә.
Һүтелә йомғаҡ кеүек, 
Яйлап бөтәбеҙҙе үлтерә.
Тормош та булһын зиһен, 
Зинһар, һорайым, үтенәм.
Ҡайҙа бара, алып бара 
Беҙҙең барған ошо юл?
Һин бирешмә, бар алға, 
Ҡулдарыңды күтәр юл.
Һәм ышан үҙеңә, 
Алла бабай һине күрә,
Юғалып ҡалма, яңылышма, 
Былай ҙа кешеләр үлә.

Күпме кешеләр китә
Йөрәк илай, үлтермә!
Тормош бөтөнләй бөтә
Исеме генә ҡала.

Киләсәккә мин ҡарайым, 
Башымды тотам, ҡурҡам.
Һин мине, брат, аңлайһың-
Һинең башыңдан үткән.
Ишеттереп мин ҡарайым, 
Халыҡ күптән күнеккән.
Көтәләр ярҙам күктән, 
Ә өҫтән ярҙам  бөткән.
Беҙгә ошолай йөрөй ул, 
Йәнең һине ташлап киткән
Мин белә инем электән 
Һәм ҡарап торам ситтән.
Сыға алмайһың ситлектән
Ә уйҙар башҡа килә:
Кемгәлер хәҙер бит рәхәт.
Ә һин үләһең тиҙерәк!
Кешелек һиңә килә
Ләкин биш минутҡа.
Аңлайһың шул ваҡытта
Уйнағаныңды утта.
Башыңда тулған бутҡа,
Наркотик, араҡы тота.
Тик шул ғына әйберҙәр
Йәшәргә һиңә бирмәй.
Һин үҙең һәйбәт малай
Һәм шуны үҙең тыңла.
Был йыр нимәне һөйләй-
Асып тауышын тыңла.
Әсәйеңде әҙерәк уйла,
Һин бит бер генә бала.
Дөрөҫ юлға баҫ әйҙә
Ярҙам итер һиңә Алла.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Надир она одна такая  Реп про мам  Rebecca-feel what  Буркит  Ты знаешь кто такой сд  Blessthefall bottomfeeder  Рома жуков первый снег 
О чем песня
МС Вольт - Тормош мәғәнәһе (Sound by RoleXX)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен