30-сы бит (исполнитель: ( МС) Инсан)

«30-сы бит»

Юлымдың яҙы, күңелемдең йәйе,
Тормошомдоң көҙө бер туҡтауһыҙ ҡоя көндәрҙе.
Тәнем ҡышы яҡыная, шул уйҙан китәм уянып,
Торам баҫма уртаһында тәжрибәмә таянып.
30 йыл, 30 өлөшө киҫәксәнең,
30 төшөм етәксеһе булып өшөп күшеккәнмен.
Баҡтиһәң, тормош нәҙек еп икән, 
Ҡара ел иҫһә, өҙөлә еңел итеп!
Үлсәүҙең бер яртыһында ята шатлыҡтар, осрашыуҙар,
Ә икенсеһендә - күҙ йәштәр, юғалтыуҙар.
Нәҙек тормош ебенә эленгән шул үлсәү.
Йылдар бәүелеп күсә, улар бүленгән һуң нисәү?!
Баҡтиһәң, китабымдың 30-сы битендә
Нөктә тигән билдәләр юҡ, тик өтөрҙәр генә.
Баҫма бата һыуҙа, фәрештә ҡулдарын һуҙа,
Туҙа йәшлегем ауҙа, ваҡыт шундай тиҙ уҙа!

30-сы ҡатта бөтөнләй үҙгәрә ҡараштар.
Аҡса менән ҡатышҡандың тормошо әйләнә ярышҡа,
Был алышта, әгәр аҡылы булһа ҡыҫҡа
Һәм төкөрһә намыҫҡа, ҡаса алмаҫ алыҫҡа.
Үҙ күҙем менән мин әллә нисә тапҡыр күрҙем
Бына хатта кешеләр үҙен йөрөйҙәр саҡ түҙеп.
Тәмле итеп сәйнәйҙәр бер-береһенең итен,
Ә түрә алдында үтенеп ялайҙар уның күтен!
Ҡараңғылыҡ сәбәбе яҡтылыҡ һүнеүе,
Яуызлыҡ нигеҙендә ята мөхәббәт үлеүе!
Ғәфү итә белеүҙе иҙә баҫа ғорурлыҡ!
Тағы ярам ысынбарлыҡ быялаһын асыуланып!
Төн мине әйләндерә ҡасҡынға,
Тап булам яңы яраға йөрәгемде асҡанға!
Йәшәргә өйрәндем тигәндә генә тағы аҫҡа осам,
Ләкин Инсан һынмай бер ҡасан!!!
(Ғинуар, 2013)
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Пять минут тишины  Nikelle Думать о ней  Nikelle – Думать о ней  Она сосала  Ноты V7 CLUB  Джив джаго  Carolyn Graham - Jazz Chants  А вы не знаете почему 
О чем песня
( МС) Инсан - 30-сы бит?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен