Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Рәхмәтлемен һинең әсәйеңә Һиңә ғүмер бүләк иткәнгә!.. Һиңә йәшәү биреп, мине хисле итеп, Тормошомдо нурға төргәнгә!.. Минең өсөн тыуған матурым һин!.. Яҙмышым да минең, бәхетем дә... Ғүмер буйы һине йәшәтәһе ине, Һөйөп кенә күңел тәхетендә!.. Рәхмәтлемен мәңге, хоҙайыма!.. Һине миңә насип иткәнгә... Йылдар дауамында меңдәр араһында Һиңә мине һаҡлап йөрөткәнгә.. Рәхмәтлемен һиңә, йән һөйгәнем!.. Яҙмышымды гөлгә күмгәнгә! Күреп күҙҙәр туймаҫ, һөйөп күңел туймаҫ!.. Мөхәббәтем булып килгәнгә!..