Яҙғы сәскәм - ://.com/vernie_druzya_yana (исполнитель: Ян Лира и Лилия Биктимирова)

ЯҘҒЫ СӘСКӘМ.

Рәфит Арыҫланов һүҙҙәре,
Рәдиф Зарипов көйө.

1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым,
Селтәр булып күкте ялмаған.
Эҙләйем һине,яҙғы сәскәм,
Аҡ томандар һине ҡаплаған.
Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ,
Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре.
Йөрәгемдең шишмәһе һин,
Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре.

2. Йондоҙҙарын һанай- һанай,
Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә.
Барлыҡ эштәремде ташлап,
Киләм әле һиңә бөгөн дә.
Кәрәк булһа,әгәр,сәскәм,
Бирермен йөрәгемде.
Йәлләмәйем һинең өсөн
Иң ҡәҙерле булған йәнемде.

3. Күрһәң,әгәр,һинең өсөн
Йөрәгемдә янған күмерҙе.
Әл дә Хоҙай һине биргән,
Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе.
Яҙғы ташҡын таныштырҙы,
Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр.
Бер- беребеҙгә терәк булып,
Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Naughty Boy Home  Naughty Boy Daddy  Ost Свидание  21st Century Life Sam Sparro  Но нет ты не в прошлом  Kelela Enemy  Kelela Go All Night  Kelela Keep It Cool 
О чем песня
Ян Лира и Лилия Биктимирова - Яҙғы сәскәм - ://.com/vernie_druzya_yana?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен