Уралым (Башкирская народная песня) аранж. У. Идельбаев (исполнитель: Марсель Кутуев)

Ай Уралым, Уралым
Күгәреп йатҡан Уралым!
Нурға сумған тубәһе
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Урал тау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Урал тау,

Биттәреңдә, Урал тау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Урал тау,
Балаҫтай болон-ҡырҙарың.

Күҙҙән йауын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.

Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡойашты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың.
Тонйорап батҡан ҡойашты
Һайрап оҙата ҡоштарың.

Ай Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!

Маҡтап ҡурай уйнаһам, 
Бөтмәй ҙә торған көй булыр,
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Нарыйаана куо  Туулум кыысчаана  Песня про луизу  Мы десант мы морская пехота  Частушки мне милый  Supreme Patty  Сара кайок  Телей фарида 
О чем песня
Марсель Кутуев - Уралым (Башкирская народная песня) аранж. У. Идельбаев?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен