Яратмағанһың ("Недолюбила") (исполнитель: Улар)
1. Һин ышандырғайның мине, Әйткән һүҙҙәрең: “Бар донъя һин!» Тик мөхәббәт тиҙ үткән ме? Хәҙер ят һиңә мин. Кемдәр генә үҙен табыр, Миллион аҙашҡан күҙҙәр. Айһыҙ төнөн көтөп тағын Һинең хаҡта төштәр. Һәм яҙмышым буйынан китерһең, елдәр тотоп, Аңлатмаҫлыҡ бушлыҡ һәм яңғыҙлыҡ ҡалыр! Припев: Яратмағанһың, һин килмәнең, һин килмәнең. Яратмағанһың, һин алданың, һин алданың. Яратмағанһың, һин килмәнең, һин алданың. Яратмағанһың, яратмағанһың! 2. Ят күҙҙәр серле йылмая, Ә төштә һаман күрәм юлды, Тик ваҡыт хәтерҙе юя, Йөрәк күмер уны. Кемдәр генә үҙен таныр, Миллион һаташҡан күҙҙәр, Яҡты көнөн эҙләп тағын Һөйөү хаҡта өндәр. Һәм яҙмышым буйына килһәңдә, мин танымам, Таныш түгел күҙҙәр ҡарар миңә, ә һин!