Замана томаны (исполнитель: Yalaguy)
Әйт минеңә еңелдемме мин был уйында , еңелмәгәс нишләп минең бар ғүмерем кешенең ҡулында , һәм арҡан муйында , йылдарҙы бөтөрҙөм һүҙҙәргә , шулайҙа арының эштәрҙән эштәргә күсергә , Мин аңланым ниңә Башҡорт шағирҙары киттеләр бик иртә ҡәбергә ! тере булғас һинең йондоҙҙар , нишләп береһелә йырламай дөрөҫөн , кем беҙ ? Иреклеләр әллә инде йәшерен рәүештә тик Мәскәү ҡолдары , уҡып сығып киткән себер юлдарына меңерләгән башҡорт уландары , был йырҙарым етмәҫ Ҡоролтай тарафҡа , сөнки бөтәһелә һаттылар йәндәрен , бөгөлдө аҡсаға , ҡысҡыралар яратам һине , тик финанс булмаһа һин минең менән дуҫым түгел. Ҡотолоу юлдарын - үҙең бел , әйләнде тупраҡҡа баһидир тәндәре , уларҙың өҫтөндә хәҙер үлән йәшел . Ҡушымта : Урал тауҙан үрмәләйҙәр юлдар ярып аҡ шишмәләр , Был томанда онотола үтелгән һинең бәләләр , һәм юғала ҡараңғыла , әҙәплектең күләгәләр , кеше алдарында ғына бөтәбеҙҙә тәртиплеләр , тимәк айырма юҡ бында ике йөҙлө әҙәплеләр ... Ике йөҙлө әҙәплеләр ... 2 куплет : Тарихты белмәгән 30 йәшлек бала , эске менән имеш яраларын ала , нишләп һинең бар сәхнә йондоҙҙары яҙманы бының хаҡта ! Эҙләне тик еңел юлдарҙы тултырыр өсөн кеҫә баҡса ! Беләһеңме ниңә оҡшамай һеҙҙең бар ижадтар ?, сөнки юҡ унда төп маҡсаттар!, юҡ унда көс ғазаптар !, күрмәйһең бар хәлде төптән исем өсөн һинең бар күңелең шартлауҙар , аңламаҫһың нимә икәнен ысын рэп андеграунд , булмаһа төптәрҙә көрәшең көндә егерме раунд, кермәһә барыһын күргәндән күңелеңә эҫе бырау , тимәк буш һин бар һөйләмдәр , юҡ һинең яу ! Ҡушымта : Урал тауҙан үрмәләйҙәр юлдар ярып аҡ шишмәләр , Был томанда онотола үтелгән һинең бәләләр , һәм юғала ҡараңғыла , әҙәп тигән күләгәләр , кеше алдарында ғына бөтәбеҙҙә тәртиплеләр , тимәк айырма юҡ бында ике йөҙлө әҙәплеләр ?