Яратам тиң миңә һәр ваҡыт! /минус/ (исполнитель: Светлана Сөләймәнова)

Светлана Сөләймәнова көйө һәм шиғыры

Яратаһыңмы, тип йыш һорайым, 
Гел яратам тиеп торһаң да. 
Шул һүҙеңде ишетеүе рәхәт, 
Һөйөүөңде һүҙһеҙ тойһам да. 

Ҡушымта: 

Яратам тип әйтеү доға кеүек, 
Әйткән һайын йәнде дауалай, 
Яратышып туймаҫ йәрҙәреңә 
Йәшәп туймаҫ ғүмер бир, Хоҙай. 

Яратам тиң миңә йыраҡтарҙан, 
Яҡынайһын беҙҙең күңелдәр. 
Яратышып йәшәр сағыбыҙҙа 
Һағынышып үтә ғүмерҙәр. 

Ҡушымта

Ҡайтыр көндәреңде һанағанда, 
Ғүмер үтеүҙәрен көтәм мин. 
Көткән саҡта ғүмер ҙә йәл түгел, 
Тик иҫән-һау йөрө, йәнкәйем!

Ҡушымта
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Tbili-если  Asti-зима  Эжыдэ  Lina elric Oath Sign  Juve campione d Italia  Abraham mateo la la la  Ах если бы сбылась моя мечта  Песни и пляски смерти колыбельная 
О чем песня
Светлана Сөләймәнова - Яратам тиң миңә һәр ваҡыт! /минус/?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен