Моңдар яуа ергә һибәләп... (исполнитель: Асия Смакова)

Көҙгө күктән болоттарҙы йыйнап, 
Йылы яҡҡа оса аҡоштар. 
Оҙаҡламаҫ, килеп етәр инде 
Аҡ буранлы һалҡын аҡ ҡыштар. 

Ҡауырыйҙар оса ҡош юлынан, 
Моңдар яуа ергә һибәләп. 
Шул моңдарҙы йыям устарыма 
Һәм тирбәтәм наҙлап, иркәләп.

Белмәһәм дә ҡоштарҙың телдәрен,
Һағыштарын аңлап, моңдарын.
Йәнем-тәнем менән тоям барын,
Ошо хаҡта минең йырҙарым.

Ҡауырыйҙар оса ҡош юлынан, 
Моңдар яуа ергә һибәләп. 
Шул моңдарҙы йыям устарыма 
Һәм тирбәтәм наҙлап, иркәләп.

Ҡоштарҙы ла кешеләр шикелле
Ситкә илтәләр шул яҙмыштар.
Нисек кенә моңланмаһын инде
Сит яҡтарға осҡан аҡҡоштар.
 
Ҡауырыйҙар оса ҡош юлынан, 
Моңдар яуа ергә һибәләп. 
Шул моңдарҙы йыям устарыма 
Һәм тирбәтәм наҙлап, иркәләп.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Невеста читает рэп жениху  L one бони и клайд  Fader  Про техникум  Taking back sunday number five with a bullet  А вот они денёчки  С 8 марта моя мама  Тусуйся 
О чем песня
Асия Смакова - Моңдар яуа ергә һибәләп...?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен