Йәштәрең түкмә (исполнитель: Elvin Grey(Радик Юльякшин)баш)
Ялбарып ҡарама күҙҙәремә, Яуап һорама минән хистәреңә. Үҙем дә белмәйем, күҙ алдым күк томан. Бөтәһен аңлатыр һиңә ваҡыт һуңынан. Ҡушымта: Ап-аҡ мендәреңә йәштәрең түкмә, "Кисер мине", тиеп иренемдән һин үпмә, Яратҡаның өсөн ғәфү үтенмә, Ни булһа- булған инде, бары тик үкенмә. Ҡайнар ирендәрең, әсе күҙ йәштәрең, Яралы һүҙҙәрең телә шул бәғеремде. Йондоҙ атылды тулған айлы күктән. Ниңә сереңде асманың электән? Хис тулы йәй, йөрәк ни (э)шләргә лә белмәй, Мөхәббәтһеҙ башҡа ул йәшәргә лә теләмәй. Көндәр-төндәр үтә, тормош дауам итә, Көткәндәргә бәхет үҙе килеп етә.