Туйга телэк - ://.com/vernie_druzya_yana (исполнитель: Ян Лира)

ТУЙҒА ТЕЛӘК.

Зилә Лира һүҙҙәре,
Билдәһеҙ автор көйө.

1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын,яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы - хәсрәт,көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Ҡушымта:
Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай - әсәй,дуҫ - туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!

2. Берегеҙ ай,берегеҙ ҡояш,
Һомғол,зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта,именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ,
Һүрелмәһен тойғоғоҙ!
Тормош юлын етәләшеп,
Йәнәш кенә уҙығыҙ!
Ел - буранда,ҡараңғыла
Бер - үк,һеҙ аҙашмағыҙ!
Ярты юлда өҙөлмәһен
Мөхәббәтле йырығыҙ!
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
BON VOYAGE!  Angel in the dark  Turbulence  2012 никита  Иван дорн телепорт  Bryan adams i will always return  До десяти 
О чем песня
Ян Лира - Туйга телэк - ://.com/vernie_druzya_yana?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен