Тик төштәрҙә (Р.Зарипов муз,А.Кашфуллин һүҙ.) (исполнитель: Динар Губайдуллин)
Әй, ауылым, тыуған ерем, Хуш еҫле яландарым. Һеҙгә ҡайтһам тиҙ уңала Йәндәге яраларым. Сылтырап аҡҡан шишмәләрен Күрергә тилмерәмен. Мөхәббәтем, тәүге йәрем, Тик төштәрҙә күрәмен. Һеҙ бит минең йәшлек яғым, Сәскәле болондарымю Үҙәктәремде өҙәләр Талдағы былбылдары. Сылтырап аҡҡан шишмәләрен Күрергә тилмерәмен. Мөхәббәтем, тәүге йәрем, Тик төштәрҙә күрәмен. Әй, ауылым, йыылға-күлем, Сәскәле болндарым. Үҙәктәремде өҙәләр Һайраған быбылдары. Сылтырап аҡҡан шишмәләрен Күрергә тилмерәмен. Мөхәббәтем, тәүге йәрем, Тик төштәрҙә күрәмен.