Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
"Өмөт өҙмәй" Рәил Игеҙбаев һүҙҙәре Dj Cookie "Fly on the wings of love" 1. Һәр саҡ дәртле, йөҙө бик яғымлы, Күҙҙәрендә - осҡон, нур балҡый. Бер ҡарауҙа һине утҡа һала, Күңелеңде сихри көс арбай. Ҡушымта: Бер көн үтеп, икенсеһе етә, Көн артынан айҙар үтәләр. Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып, Тилмерешеп уны көтәләр. 2. Ҡояш хатта көнләшеп үк ҡарай, Ай ҙа төндә уй-хискә бата. Төшөндә лә йылмаялыр ул, Тигән уйҙа алһыу таң ата. Ҡушымта: шул уҡ 3. Үҙе ул - бер ябай ауыл ҡыҙы, Оҡшай миңә һылыуҡай-сибәр. Өҙҙөрөп тә бейей, матур йырлай, Ғашиҡ булдым уға, мин йүләр. Оло бәхет - яҡын дуҫы булыу, Ҡыуанысым эсемә һыймай. Һөйөү уттарында дөрләп янам, Тик һылыуҡай бер ни ҙә һиҙмәй. Ҡушымта: Бер көн үтеп, икенсеһе етә, Көн артынан айҙар үтәләр. Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып, Тилмерешеп уны көтәләр. Бер-береһен ашыҡтырып елеп, Айҙар үтә, йылдар үтәләр. Күп егеттәр өмөт өҙмәйсә, Һылыу ҡыҙҙы һаман көтәләр... © 2008