Һиңә килдем, иркәм (исполнитель: Айдар Галимов)
Һиңә килдем, иркәм Гыйльман Идрисов һүҙҙәре Рим Хәсәнов көйө Һиңә килдем, иркәм, Үткән юлдарымдың, Һанай-һанай алыс саҡрымдарын Килдем, тормошомда Кисеп яҙмышымдың Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын. Һиңә килдем, иркәм, Килдем йылдар буйы, Һанай-һанай үткән көндәремде, Баҫа алмайынса Ярһып яныуҙарын Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең. Һиңә килдем, иркәм, Бик һағынып килдем; Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс, Йыраҡтарҙан яҙған Сәләм хаттарыңды Көтә-көтә, түҙемлегем бөткәс.