Галсар йорак (студийная запись) (исполнитель: Башкирская рок-группа "Калья" (г. УФА))
Гәлсәр йөрәк (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.) Гәлсәр йөрәк ярылып ыуалып төштө Боҙҙай һыуыҡ, һалҡын ҡарашыңдан. Ғәмһеҙлектән күшегеп йән өшөнө, Ыңғыраштым нахаҡ ҡарғышыңдан... Мөхәббәтем һүнә, һүрелә - Ғәйеп миндә түгел... Мөхәббәтем һүнә, һүрелә - Ғәйеп миндә түгел. Таратыр ел усағымдың көлөн. Ялҡындары төштәреңә керер. Сарсап һулығанда һөйөү гөлөм, Ҡайнар йәшең йылы һулышын өрөр. Мөхәббәтем һүнә, һүрелә - Ғәйеп миндә түгел... Мөхәббәтем һүнә, һүрелә - Ғәйеп миндә түгел.