Гашиктар йыры.Гөльназ Ҡотоева һүҙ. Ильшат Яхин муз. (исполнитель: Ильдар Жамалов һәм Миңзәлә)
Салауат: Һин – күктә балҡыр йондоҙ, Айҙан үҙеңде көнләшәм. әминә: Һөйөүемдән моңдар үреп, Айҙай тулып, мин өндәшәм. Бергә: Күктә йәндәр талпынды, Изге хистән яҡтыҡ усаҡ. әминә. Йәнем, һинһеҙ йәшәү юҡ. Салауат. Йәнем, һинһеҙ йәшнәү юҡ. Бергә: Беҙ бер бөтөн, йәнкәйем! әминә. Һин – тиңе Ҡояш, Айҙың, Яҡты бер йондоҙ юлымда. Бәхет ҡошом, күҙ нурым. Гөлбәзирем, Салауатым. Бергә: Күктә йәндәр талпынды, Изге хистән яҡтыҡ усаҡ. әминә. Йәнем, һинһеҙ йәшәү юҡ. Салауат. Йәнем, һинһеҙ йәшәү юҡ. Бергә: Беҙ бер бөтөн, йәнкәйем!