Күҙҙәремә ҡара (исполнитель: И. Нургалин һәм Г. Бикбулатова)
Һин һорама:"Хәлең нисек?" - тиеп, Йәшәйем мин, сабыр итә-итә. Белгең килһә минең хәлгенәмде, Күҙҙәрема ҡара. Шул да етә. Һин һорама:"Һағындың мы?" - тиеп, Йөрәк һаман осрашыуҙар көтә. Белгең килһә минең һағышымды, Күҙҙәрема ҡара. Шул да етә. Һин һорама:"Һөйәһең ме?" - тиеп, Мөхәббәтем йөрәгемде өтә. Белгең килһә минең һөйөүемде, Күҙҙәрема ҡара. Шул да етә.