Бахет (исполнитель: " Тамыр" йыр ансамбле, мл. группа)

1. Наҙлап ҡына, сәстән һыйпап,
    Иҫә япраҡ елдәре.
    Бәхет телап, асылғандар 
    Япраҡтарҙың телдәре.

    Уйнай-уйнай, бейей-бейей
    Яуа көмөш ямғырҙар.
    Ап-аҡ болот тамсылары,
    Бәхет теләп тамырҙар.
 
Ҡушымтаһы: 2 тапҡыр
    Уйнай-уйнай, көлә-көлә,
    Миҙгел тантана итә.
    Ҡыштар, яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр
    Бәхет теләшеп китә.

2. Шаярышып, елдә уйнап,
    Яуа алтын япраҡтар.
    Улар минең уйынсыҡтың
    Биҙәктәре һамаҡтар.

    Бейектәге болоттарҙан
    Ябалаҡлап ҡар яуа.
    Әйтерһең дә, ҡыш өләсәй,
    Болот һыйырын һауа.

Ҡушымтаһы: 2 тапҡыр.
   
    Уйнай-уйнай, көлә-көлә,
    Миҙгел тантана итә.

 3.Наҙлап ҡына, сәстән һыйпап,
    Иҫә япраҡ елдәре.
    Бәхет телап, асылғандар 
    Япраҡтарҙың телдәре.

    Уйнай-уйнай, бейей-бейей
    Яуа көмөш ямғырҙар.
    Ап-аҡ болот тамсылары,
    Бәхет теләп тамырҙар.

Ҡушымтаһы:
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Матовый 4к  Я хочу бить посуду  Pava Бой с тенью  Human Duality Dead Silence Hides My Cries  Туса DJ Мария Силуянова  История про пса  Kos-два эпизода  В темная ночь 
О чем песня
" Тамыр" йыр ансамбле, мл. группа - Бахет?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен