Йәш ғүмер Йәш ғүмер бер үҙғас, Ҡайтмай ул яңынан, Тик минең (исполнитель: Г. Ҡәҙербирҙина Йәш ғүмер бер)

Йәш ғүмер бер үҙғас,
Ҡайтмай ул яңынан,
Тик минең йәшлек никтер
Ҡайтыр кеүек;
Йәшлектә һөйгән йәр:
«Һағындым, килеп ал,
Һине көтәм һаман», - тип
Әйтер кеүек. (2 ҡабат)

Юҡ ҡайтмаҫ йәш ғүмер,
Ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында
Һағыш булып;
Йәшләй һөйгән йәр ҙә
Ятҡа ҡалды унда
Әллә яҙмыш, әллә бер
Яңлыш булып. (2 ҡабат)

Яңлышты төҙәтеп,
Яҙмышты үҙгәртеп
Йәшәһәң, йәшлек кире
Ҡайтыр кеүек.

Тик Бер йыраҡ йондоҙ.
Йә, Айҙан Зөһрә-ҡыҙ
«Йәшлек яҙың бында», - тип
Әйтер кеүек. (2 ҡабат)

«Йәшлек яҙың бында», - тип
Әйтер кеүек...
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Сура 67 аль-Мульк Могущество Власть Dani Ishak  Поднимался - падал NEW RAP Black Bros  Katniss Afoot OST Голодные Игры James Newton  Не весело Vels beet Vels  Ах эта свадьба DJ Hamster remix Муслим Магомаев  Mercedes-Benz - Ключи от мерина  Боится NICKY ICE  Кунелемдэ син генэ Татарча DOLBIT ANN SU 
О чем песня
Г. Ҡәҙербирҙина Йәш ғүмер бер - Йәш ғүмер Йәш ғүмер бер үҙғас, Ҡайтмай ул яңынан, Тик минең?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен