Аҡ болоттар минус (исполнитель: Гөлсөм Бикбулатова)
Юлай Үҙәнбаев көйө Зәлифә Ғилметдинова һүҙҙәре Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы. Ҡушымта: Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы. Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул, Хәтирәләр генә ҡалдырып. Ағарталар сикә сәскәйҙәрен, Маңлайҙарға hырҙар ҡалдырып. Ҡушымта: Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы. Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт, Әллә ҡайҙа шулай ашыға. Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе Йәйәү ле лә, хатта атлы ла. Ҡушымта: Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә, Их, шуларҙы тотоп алаhы. Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр, Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.