Порт-Артур (исполнитель: Ҡарауанһарай)

Порт-Артур  тигән таш ҡала
 Күп ҡалаға баш ҡала,
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡаланан һанала.

 

Дошмандарҙан уны яҡлап,
 Күп ирҙәр башын һала;
 Ирҙәр үлә, башын һала,
 Бөтмәҫ дандары ҡала.

 

 Порт-Артур  тигән ҡалаға
 Япондар туп аталар,
 Аямай  дошман , аямай,
 Таш ҡоймаһын ваталар.

 

Япондар туп аталар,

 Порт-Артурҙы  ваталар.

Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ

Ҡысҡырышып яталар.

 

Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан,
 Эркелеп үлек аға;
 Ирҙәр үлә, башын һала,
 Бөтмәҫ дандары ҡала.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Шатунов переделанная  Джейд  Про разбитую любовь  Опенинг аниме Free  Archee - Улыбнись  Осеннию порою  Адеми сулу кыз кеп 
О чем песня
Ҡарауанһарай - Порт-Артур?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен