Хундерма кук нурын. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре (исполнитель: Риф Бикбаев, Гузалия Минлебаева)

Һүндермә күк нурын

Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре

Ҡошсоҡтай талпынып йәшәнем,
Алиһәм мин һине эҙләнем.
Йөрәгем һөйөүҙән яралы,
Саҡ ҡына ҡанһырап үлмәнем.

      Хоҙайым – һин ҡөҙрәт эйәһе,
      Үлептәй һөйөүҙән арала.
      Йәнгенәм өҙөлә әрнеүҙән,
      Өҙмәсе бәғерем – дауала.

Талсыҡҡан тәнемә бир һиллек, –  
Тик шуны һорайым үтенеп.
Ут кеүек яныуҙар кәрәкмәй,
Бик ауыр йәшәүе үртәлеп.

Мөхәббәт ялҡыны аяуһыҙ – 
Көйҙөрҙө тормошом сырағын.
Үтенеп һорайым , Илаһым,
Һүндермә һин беҙгә күк нурын.

Был ерҙә, күрәһең, бәхет юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә ҡауышыр.
Өҙмәйем өмөтөм барыбер,
Йәнебеҙ йыһанда табышыр.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Полная версия  Vita Bella  Ты тупой  Послание триада  Еще не вечер  Я незабуду никогда те дни Guf  Триада-Без ума 
О чем песня
Риф Бикбаев, Гузалия Минлебаева - Хундерма кук нурын. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен