Эх, кайтып бер йырлар инем!(А.Юнусов) (исполнитель: Искандар Газизов)
1.Тыуған яҡҡа ҡайтһам әгәр, Күңелем ҡанатлана. Бала-сағым иҫкә төшөп, Хәтерҙәр ҡабатлана. ПРИПЕВ: Эх,ҡайтып бер йырлар инем, Тыуып үҫкән яғыма. Моңдарымды бирер инем, Минең ғәзиз халҡыма. 2. “Ҡан тартмаһа,йән тарта”- тип, Ата- бабайҙар әйткән. Тыуған йортто ҡайтып күрәм, Һағ(ы)ныуым сиккә еткән. 3. Тыуған яғым- алтын бишек. Беҙҙе һөйөп үҫтергән. Бар тәбиғәт шишмә һыуы, Беҙгә көс-ҡеүәт биргән.