Курше хаҡы(минус) (исполнитель: Радик Динәхмәтов)
Утым бөтһә, усағымда, Күршем, тип мин уға инәм Ут күршемдә йән йылыһы Һис һайыҡмаҫын мин беләм. Күрше менән гел дуҫ булып Йәшәйек беҙ гүмер баҡый. Онотмайса изге һүҙҙе: Күрше хаҡы — тәңре хаҡы. Башҡайыма ҡайғы төшһә, Иң беренсе күршем белә. Хәсрәтемде үҙ итеүсе, йыуатыусым күршем була. Күрше менән гел дуҫ булып Йәшәйек беҙ гүмер баҡый. Онотмайса изге һүҙҙе: Күрше хаҡы — тәңре хаҡы. Йорт — еренә шатлыҡ килһә, иң беренсе күршем керә. Ҡыуаныстар бәлешенән Миңә лә ул өлөш телә. Күрше менән гел дуҫ булып Йәшәйек беҙ гүмер баҡый. Онотмайса изге һүҙҙе: Күрше хаҡы — тәңре хаҡы.