Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Томырылып, зәңгәр яулыҡ иҙәп, поезд саба, Ялан тәпей йөгерә аҡ кайыннар миңә таба. Барыр юлым иркен баҫыу, кырҙар аша үтә, Алда мине янар усак булып өмөт көтә. Ырғый поезд, дулҡынланып юлдар атылып ҡала, Туган илем, гәзиз ерем мине наҙлап бара. Барыр юлым иркен баҫыу, кырҙар аша үтә, Алда мине янар усак булып өмөт көтә. Юл ситендә янғыҙ нарат кеүек калдың баҫып, Кайтыр өсөн китеп барам һиннән, һаубуллашып. Юлдар көтә мине, йырҙарар көтә, шуңа китәм, Айырылу һиннән бигрәк ауыр, ауыр икән.