Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)

Узған йылдар, төрлө уйҙар,ваҡиғалар аша
Үтелгән юлдарым бер-береһенә үрелеп тоташа,
Ҡылған хаталарымдың тәрән мәғәнәһе асыла,
Һәр бер аҙымымдың йомғаҡтары табыла.
Ҡараңғыла дөрөҫ юлды йөрәгем менән һайлайым,
Уйламайым, йәнем тауышын, хистәремде тыңлайым.
Шул саҡ бер-бер артлы ҡабына йондоҙҙар,
Яҡтылыҡ аҫтында тыуа өр-яңы аҙымдар.
Үткәндәр күптән үткән, ә киләсәк етмәгән,
Күптәрҙең ғүмере тик ошо ике яҡҡа бәйләнгән,
Ә тормош хәҙер бында, ошо йырымда,
Бына был секундтағы һинең тирә-яғыңда!
Нимә күрәһең, тимәк, лайыҡһың һин шуға!
Ысынбарлыҡ эске донъяңдың көҙгөһө булып тора.
Теләһәң, һин һәр саҡ үҙгәртә алаң был донъяны,
Уның өсөн кәрәк йөрәгең йылмайыуы!

Сикһеҙ йыһандың өлөшөнә әйләнеп,
Бар донъяны яҡтылыҡҡа күмеп,
Мөхәббәт менән тултырҙы
Йөрәгем йылмайыуы.

Тау башында ултырып ҡояш байыуын күҙәтәм,
Аңды уйҙарҙан бушатып ошо мәлгә әйләнәм.
Минең күҙҙәремдә һуңғы нурҙар сағылышы,
Ҡолаҡта моң булып сыңлай тере Ерҙең тауышы.
Һәр береһе үҙе һайлай үҙенең һуҡмағын.
Яңы тәндә йәнең һала үҙенә тағы бер юлын.
Яуаплылыҡ йөк кеүек һәр беребеҙҙең ҡулында,
Күптәр уны ситкә ташлап үҙенән ҡасып маташа.
Яҡты уйҙар менән бында ожмах төҫтәркен индерәң.
Яуызлыҡтар ҡылып донъяңды тамуҡҡа әйләндерәң,
Шуға был ҡоралды дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк,
Белемле булыу мөһим түгел, АҢЛЫ булыу мөһимерәк!
Йылдар, тормош үтеүен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ,
Яңы аҙымдар йомғаҡтарын һуңынын табырбыҙ,
Ләкин мин ышанам, бөтәһе лә дөрөҫ булыр,
Күңелеңде йылытһа йөрәгең йылмайыуы.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
The Wood Brothers Smoke Ring Halo  I Need a Man to Love Janis Joplin  The Wood Brothers When I Was Young  The Wood Brothers Rainbow  Imelda May Johnny Got A Boom Boom  Imelda May Knock 123  Джи джа  Imelda May Big Bad Handsome Man 
О чем песня
Неизвестен - Отсутствует?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен