Туй күлдәге (исполнитель: Урал Ибатуллин)
Туй күлдәге 1. Туй күлдәге аҡ ефәктән, Ҡыҙҙар – гүйә аҡҡоштар. Аҡлыҡ бит ул, сафлык бит ул, Яуһын, әйҙә, алҡыштар! Ҡушымта: Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үләрлек. Туй күлдәге бер көнлөкмө? Туй күлдәге ғүмерлек! 2. Аҡ күлдәктәр, аҡ теләктәр Туйҙа ғүмер-ғүмерҙән. Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙың Урыны була гел түрҙән. 3. Бәхет бит ул, шатлыҡ бит ул, Туй күлдәге кейеүе. Иркәм, – тиеп, – йәрем, – тиеп, Онотолоп һөйөүе.