Һин минең йәнемдең яртыһы (исполнитель: Айҙар Ғәлимов)

Һин минең йәнемдең яртыһы

1. Һин – минең йәнемдең яртыһы,
    Йәшәйһең йөрәгем түрендә,
    Нур һибеп бараһың юлыма
    Балҡыйһың күңелем күгендә.

             Ҡушымта:
             Мин һине ғүмерем буйына
             Ышыҡлап барырмын елдәрҙән.
             Өҙөлһә бараһы юлдарың –
             Үрермен мин күпер гөлдәрҙән.

2. Беҙ икәү – айырылмаҫ пар ҡанат
    Бер кем дә керә алмаҫ араға.
    Хәсрәтте бүлербеҙ икегә,
    Сит – яттар тоҙ һалһа яраға.

3. Донъя был... Бармай ул гел тигеҙ,
    Шатлыҡ бар тормошта, ҡайғы бар.
    Ал ҡояш булып мин балҡырмын,
    Күгеңде ҡаплаһа болоттар.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
ByRone люби меня  Liberty Label  Mikki Maus Nikki  Hola Beba  Алтын бесик-индиго  Леша Lex 
О чем песня
Айҙар Ғәлимов - Һин минең йәнемдең яртыһы?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен