Туган Тел аранж. и муз. Ралим Заманов, сл.Р.Гарипов (New 2014/radio edit) (исполнитель: Ямиль Баймурзин)
Мин халҡымдың сәскә күңеленән, Бал ҡортондай ынйы йыямын. Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел кәҙерен: Бер кемдән дә телем кәм тугел. Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм куңел!.. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, - Унан башҡа минең илем юҡ. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә - сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!