Пар балдаҡтар (Ф. Париж һүҙҙәре, Р. Зарипов көйө) (исполнитель: Фирүзә Париж и Артур Ҡунаҡбаев)

Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, 
Парлы ғүмер үтмәй заяға.
Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала
Яңы һулыш килер яҙҙарҙа.

Парлы, парлы, парлы булһын
Парлы алтын балдаҡтар
Парлы үтһен алтын ғүмер
Тотоношоп ҡулға ҡулдар.

Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм
Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ
Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған
Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ.

Парлы, парлы, парлы булһын
Парлы алтын балдаҡтар
Парлы үтһен алтын ғүмер
Тотоношоп ҡулға ҡулдар.

Ышанысым, таянысым минең
Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым
Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын
Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Jonathan Coulton Not About You  Jonathan Coulton Drinking with You  Jonathan Coulton Kenesaw Mountain Landis  Jonathan Coulton Ikea  Jonathan Coulton Christmas Is Interesting  Jonathan Coulton First of May  Jonathan Coulton The Future Soon  Jonathan Coulton Skullcrusher Mountain 
О чем песня
Фирүзә Париж и Артур Ҡунаҡбаев - Пар балдаҡтар (Ф. Париж һүҙҙәре, Р. Зарипов көйө)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен