Үпкәләргә (исполнитель: 06. Тартай/Фил МС)
Тартай: Яҙын донъяға килһәм дә ниңәлер көҙҙө яратам, Ҡойолған япраҡтар әйтерһең минен ҡанаттар. Осам һыуыҡ урамдарҙан, эҙләп яңы һулыш, Ҡыҙыҡһындырып туҡтамай бала саҡтан килгән ҡул эш. Ҡараштар ҡаршы айырғайны боролоштар, Кире әйләнеп ҡайтырға кешеләр түгел шул ҡоштар. Беҙҙең һыуыҡ ҡыштар ҡалыр ике меңенселә, Һыуыҡ ҡыштар, ҡалыр ике меңенселә. Бер ни үҙгәрмәгән әле, бөтә нимә шул уҡ, Йоҡламай ти берәү шул уҡ бүлмәлә яна ут, Ҡулыңа тот ҡәләм, бысранһын аҡ ҡағыҙ, Ул да бөгөн ниңәлер минен кеүек яңғыҙ. Өҫтәлдә артыҡ бер ниҙә, өҫтәлдә тик хистәр, Кәрәкмәй артығы тиеп ҡабатлайыи эстән. Кисәнгенән кистән мин әле лә иҫән, Ҡағыҙҙа юлдарҙы осло ҡәләм менән киҫәм. Ҡушымта: (Тартай) Ысын ҡайһы саҡта етмәй һауа үпкәләргә, Сәбәбе лә булды һиңә тағы үпкәләргә. Ысын ҡайһы саҡта етмәй һүҙҙәр аңлатырға, Күңелдә янған хистәрҙе ҡағыҙ битенә яҙырға. Ысын ҡайһы саҡта етмәй һауа үпкәләргә, Сәбәбе лә булды һиңә тағы үпкәләргә. Ысын ҡайһы саҡта етмәй һүҙҙәр аңлатырға, Күңелдә янған хистәрҙе ҡағыҙ битенә яҙырға. Фил МС: Үпкәләргә тултырамын һауа, Әйтерһең дә ер йөҙйндә был һуңғы дауа. Күҙ йәше түгел ҡуйсы, был ямғыр яуа. Төҙөлгән тормош уйынсыҡ өй һымаҡ ауа. Үҙем теләп еләктем шул был ауға, Һелтәү еңел бәләне иҫәр баштан һауға. Төптә, күңелдә йөҙ башҡорт күтәрелә яуға, Һмн үҙең башланың шунан китә ғауға. Мин тыныс һыу булһам, ул ут ҡауға, Мин ышанам уға, ул ышана бауға. Ҡулды һелтәп әллә сығып китергә инде тауға, Булмаҫ, әйҙә туҡтайыҡ ялға. Ҡулды ҡулға тотоношоп барып ҡарайыҡ алға, Килешмәҫ, этә үҙебеҙҙе ярға, Аңғарт, төнөн тәҙрә төбөндә, Өс һүҙҙе яҙған ине ҡан тамыры ҡарға. Үпкәләргә тултырамын һауа, Әйтерһең дә ер йөҙйндә был һуңғы дауа. Күҙ йәше ҡуәсы, был ямғыр яуа. Төҙөлгән тормош уйынсыҡ өй һымаҡ ауа. Ҡушымта: (Тартай