Яктоғол (фит Буранбай) (исполнитель: 09. Тартай/Фил МС)

Фил МС:

Йомшаҡ айыу, һеңлеһенеке,
Ҡояш байыу, көтмәгәндә ярҙам алаң ҡая.
Атай һаумы бөгөн беренсегә айыҡ,
Был ғаилә түгел уҫал яҙмыштан булмай тайып.
Яңы кейем кейеү тиеү ҡайҙа, файҙа.
Мөмкин булһа әгәр йәшәр инем айҙа, байҙар,
Ҡоймаҡ кеүек өрөләләр майҙа, яйҙа,
Дәүләткә һин кәрәкмәйһең бар тай ҙа.
Түрәләр бүлмәлә ҙур аҡсалар бүләләр,
Өҫтә күрәләр, һей, көләләләр.
Йәштәр тулып өлгөрмәй эскелектән үләләр,
Ике башлы бөркөттән һарыҡтар бөләләр.
Кем теләй, шул түләй, шундай уйын,
ТВ, радио, СМИ, теле беләк буйы.
Инде һуң уның һыуыҡ ҡуйын,
Әсә атай ята аҫта сәскә ата муйыл.

Тартай:

Яҡтоғол үҙе таныш ауылға исем,
Ул бик ярата ҡарарға йондоҙҙарға кисен.
Көсөк урамда нисек, шулай ул да йәшәй,
Тормош мәғәнәһе эсеп бөтөргән шешә.
Һүнә күҙҙәрҙә шәм, юғала йөрәктән ялҡын,
Уны алыштыра урам ҡағиҙәһе һалҡын.
Гастролдәр туҡтай араҡы, ысҡыймай ҡулынан ситкә,
Иҫләйем, хатта ағайҙы төшөргәйнеләр гәзиткә.
Уның оло тауышына хайран ҡала ине халыҡ,
Хәҙер тышҡа ғына түгел, сәхнәгә лә юлы ябыҡ.
Был һыуыҡ ҡыш бурандары килтерҙе башына бәлә,
Был һыуыҡ ҡыш бурандары тағын бутанымы әллә.
Ә, Яҡтоғол нимә булды һинең менән,
Ниңә һорауҙарға тик бер генә яуап "әллә" 
яңғыҙ көсөк балаһылай мөйөшкә бөшөккән,
Ҡушҡас яҙмыш күҙәтергә йондоҙҙарҙы тип түшәктән.

Ҡушымта: (Буранбай)

Был йыһанда уларға урын юҡ,
Был йыһанда йәндәре ут. 
Был йыһанда уларға урын юҡ,
Был йыһанда йәндәре ут.

Был йыһанда уларға урын юҡ,
Был йыһанда йәндәре ут. 
Был йыһанда уларға урын юҡ,
Был йыһанда йәндәре ут.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Stars Calendar Girl  Stars The Night Starts Here  Stars Take Me to the Riot  Waka flocka flame murda  Stars My Favourite Book  Stars Midnight Coward  Stars Personal  Stars Barricade 
О чем песня
09. Тартай/Фил МС - Яктоғол (фит Буранбай)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен