Буйҙармы уй бейеклекте (исполнитель: 02. Тартай/Фил МС)

Фил МС, Тартай... Өфө - Ишембай...

Тартай:

Буйҙармы уй бейеклекте, табырмы ҡоштар юлдарын,
Ғәфү итерме аталар аҙашҡан улдарын,
Бығаулы ҡулдарын ысҡындырырмы ҡандала,
Балаһы яңлышҡас, ғәйепле ата ла.
Ҡабалана шәм ялҡыны сығып ҡасыр ине ул да
Йәне үҙ тәненән әгәр мылтыҡ булһа ҡулда.
Бер үҙең юлда, башҡанан көтә ярҙамды, 
Ишет бро, тормош һынамай арзанды.
Система быуалай, тамаҡҡа ҡом ултырғандай,
Башта уйҙар, урамда ел һәр береһе ҡоторғандай,
Бер мөйөштә ултырғандар,  һанап сәғәт минуттарын,
Көтөп ҡасан үткәрер тип һыуыҡ ҡала болоттарын.
Әсәй оҙаҡлармын көтмә улыңды бөгөнгә,
Иҫтәлек булып ҡалғанды, әйләндерәмен көлгә,
Һинән ихлас көлгән илай түбһәһе аҫтында,
Һинән ихлас көлгән илай түбһәһе аҫтында.

Ҡушымта: (Тартай)

Буйҙармы уй бейеклекте, табырмы ҡоштар юлдарын,
Ғәфү итерме аталар аҙашҡан улдарын,
Бығаулы ҡулдарын ысҡындырырмы ҡандала,
Балаһы яңлышҡас ғәйепле ата ла

Буйҙармы уй бейеклекте, табырмы ҡоштар юлдарын,
Ғәфү итерме аталар аҙашҡан ҡыҙҙарын,
Бығаулы ҡулдарын ысҡындырырмы ҡандала,
Ишет бро, ғәйепле ата ла.

Фил МС:

Яратҡан рэппер Фил МС психты беләң,
Алмаш әле әрмелә, унан ҡайнар сәләм.
Ғафури, ишек алды йәшел келәм,
Ғәфү ит һул ҡул, ҡағыҙ, ҡәләм.
Ҡара әле, йөрәктә әрнегән һүҙҙәр бар әле.
Яратҡан ҡарҙар, ҡауышҡан парҙар, тышта ҡар әле.
Аңламайым өсөнсө көн тоташ һаташам,
Һәм күргән- белгәндәремде һөйләйем ошо хат аша.
Моданан, гламурҙан һин бик туйҙың,
Намыҫың аҡ ҡарҙа танау ҡуйҙың.
Клубта көй һелкетә шунда аҡылды юйҙың,
Клубта көй бейете шунда алдың бер һүҙҙе.
Рәссам һүрәт төшөрә, ҡыҙыл уның ҡәләме,
Бәләкәс эт өшкөрә, ҡыҙға букет бәйләме.
Ҡара уйнаш күҙҙәре тыйыла, беләме,
Хәҙер хөтлө ирендәре, йылмайа, көләме.

Ҡушымта: (Тартай)

Буйҙармы уй бейеклекте, табырмы ҡоштар юлдарын,
Ғәфү итерме аталар аҙашҡан улдарын,
Бығаулы ҡулдарын ысҡындырырмы ҡандала,
Балаһы яңлышҡас ғәйепле ата ла

Буйҙармы уй бейеклекте, табырмы ҡоштар юлдарын,
Ғәфү итерме аталар аҙашҡан ҡыҙҙарын,
Бығаулы ҡулдарын ысҡындырырмы ҡандала,
Ишет бро, ғәйепле ата ла.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Радость моя Христос Воскресе  Стритболл  Наемник в зеленом берете Французский  А мне бы ветра в поле Ой да буланого  Вклочья нервы  Помнишь нас с тобой качало залезай  Три желаний  Пацаны вы че то дули нет Мы Не 
О чем песня
02. Тартай/Фил МС - Буйҙармы уй бейеклекте?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен