Без названия (исполнитель: ай хай Салауат!!!)
Сабып сығып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын, Оран һалып илгә, һай, Салауат, Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын. Ҡушымта: Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, уҙ халҡымдың даны. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сукмәгәндәй ергә Уралтау, Салауаттың йыры илде тынмаҫ, Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау. Ҡушымта. Сит ил дошмандары хор халкымдың Юлдарына күпме таш өймәҫ. Батшаларға башын эймәгәндә, Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ. Ҡушымта.