Шәүрә килен (исполнитель: Ишмулла Дильмухаметов)
Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә, Шәүрә килен киләм дә тигәнгә. Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян Шәүрә килен дә кейгән еләнгә. Шәүрә килен дә кейгән еләндең Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы. Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем, Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы. Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош, Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала. Эскенәйем тулып, ай, ут яна, Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала? * * * Аҡ ҡуянҡай ҡыуып, ай, ҡасырҙым, Аҡбуҙ атҡа менеп баҫтырҙым. Юҡ йомошҡайымды барҙар итеп, Алдатып та ишек астырҙым. Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай, тиҙәр, Ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән. Ғишыҡ алһа, егет түҙмәй, тиҙәр,– Йөрәк майғынаһы һыҙа икән. Алтын ғына булып, ай, ағайым, Көмөш кенә булып та тамайым! Шәүрә һылыу, һинең алдарыңда Шәм филтәһе булып та янайым. * * * – Шәүрә килен, кейгән еләнеңдең Итәк осҡайынан еңе оҙон. – Көндөҙ һөйләшергә йөҙөм ояла, Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон. Сәскә атһа, гөлдәр, ай, баллана, Бал ҡорттары ҡунып та бал ала. Болан балаһылай үҫкән ҡыҙ бала Һөйгән генә булып та алдана.