Тәфтиләү (башкирская народная) (исполнитель: Карабулатов Расуль)
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ — Полковник Тәфтиләү яу урыны. Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас, Алтынланды уның яурыны. Аҫтындағы эйәр атҡа тейер, Эйәре лә белмәҫ, ат белә. Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә. Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ, Йыр йырламай күңел асылмаҫ. Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ. Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ. Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта. __________________________ Крутые скалы на брегах Идели, Здесь Тевкелев отдал приказ на бойню. Огонь, что сжег башкирские деревни, Позолотил полковника погоны. Трет жесткое седло бока гнедого, Седлу не больно, а коню терпеть. Полковник Тевкелев карал башкир жестоко, Зачем ему чужой народ жалеть? Лишь ветерком развеются туманы, Лишь песнею утешится душа; Полковник Тевкелев оставил путь кровавый, И память обо всем еще жива. Бурлит, кипит вода реки Идели , Нет, Тевкелевым не найти здесь брода. И сколько б Тевкелевы ни пытались, Не задушить им чаянья народа! Чернеют сосны на отвесных скалах, Закатные ветра им ветви гнут… Проклятие я высеку на камне, Когда-нибудь потомки пусть прочтут…