Бер алманы бишкә бүләйек (исполнитель: Етегән)
1. Арҡаларҙан арпа урайыҡ, Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ, Бер алманы бишкә бүләйек, Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. 2. Һөйләгәндәр, әй һөйләһен, Ишетмәгән кеше булайыҡ, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ, Был донъяның ҡәҙерен беләйек. 3. Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан, Ат уйнатам тиһәң, тау яман, Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй, Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй, Бер йырламай йөрәк елкенмәй. 4. Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ, Был донъяның ҡәзерен беләйек Был донъяның ҡәзерен беләйек.