Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Ағиҙелдә йөрһәң ине, Ҡамыштан кәмә үреп; Былбыл булып, гөлгә ҡунып, Һөйләшһәң ине күреп. Ағиҙел буйында Йәйәү йөрөйһөм килә; Һөйә микән, һөймәй микән, Шуны беләһем килә. Аҡлы күлдәк еңе тар, Ең осонда хаты бар; Хатын уҡып ҡарағастын — Һөйәм тигән һүҙе бар. Ағиҙел күпере, Суйынмы әллә сылтырай; Ҡаш аҫтында ике күҙе Ынйы кеүек йылтырай. Ағиҙелдән кәмә килә Ҡылдай нескә эҙ менән; Йәнем, ниңә хәтрең ҡалды Уйнап әйткән һүҙ менән?! Ағиҙел буйында Йәйәү йөрөйһөм килә; Һөйә микән, һөймәй микән, Шуны беләһем килә.