Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ – Полковник Тәфтиләү яу урыны. Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас, Алтынланды уның яурыны. Аҫтындағы эйәр атҡа тейер, Эйәре лә белмәҫ, ат белә. Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә. Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ, Йыр йырламай күңел асылмаҫ. Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ. Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ. Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта... ПЕРЕВОД Вдоль Идели, ай, скалы – С полковником Тевкелевым боя место. Башкирскую страну огню предав, Озолотились его плечи. Под ним седло лошадь натрет, Седло его (об этом) не знает, лошадь знает. Тевкелевым совершенные, ай, злодеяния, Сам он хоть не осознает, страна знает. Если ветер не дует, туман, ай, не рассеется, Если песню не спеть, душа не развлечется. Из-за полковником Тевкелевым пролитой крови Гнев так быстро не утихнет. Через Идель, текущую, бурля, Тевкелевы брод не найдут. Мужей-джигитов, ай, надежду Тевкелевы задушить не смогут. Дремучий лес на скалах, Шумит вечером, когда ветрено. На камнях выбил я проклятье, Внуки мои прочтут когда-нибудь...