Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
1.Һин үлгәнсе мине һағынырһың, Күҙ алдыңдан китмәм гүмергә. Минең һөйөү яҡты хәтер булып, Һинең менән йөрөр гел бергә. Кушымта: Ни булһала,мөхәббәтебеҙгә, Тап төшмәне,кер ҙә ҡунманы. Беҙҙең һөйөү,беҙҙең яратыуҙар Оноторлыҡ ҡына булманы. 2.Һин үлгәнсе мине һагынырһың, Минут һаен мине көтәрһең, Мине эҙләргә тип диңгеҙҙәргә, Сәхрәләргә сығып китәрһең. Кушымта: 3.Һин үлгәнсе мине һағынырһың, Ерҙәге иң яҡын кешеңде. Төн урталарында иҫәрләнеп, Ҡабатларһың минең исемде. Кушымта: